Яңы йылға, һәр ваҡыттағыса

ЯҢЫ ЙЫЛҒА, ҺӘР ВАҠЫТТАҒЫСА, ҮҘГӘРЕШТӘР, ЯҢЫ ЗАКОНДАР МЕНӘН АЯҠ БАҪАБЫҘ. УЛАР АРАҺЫНДА ЮЛ ХӘРӘКӘТЕ ҠАҒИҘӘЛӘРЕНӘ, ВОДИТЕЛДӘРГӘ ҠАҒЫЛЫШЛЫЛАРЫ ЛА БАЙТАҠ.

Автобусҡа ун йыл бирелә
Транспорт тәғәйенләнеше һәм эшлекле ҡылыҡһырламаһы буйынса пассажир ташыу талаптарына яуап бирергә тейеш. Балаларҙы йөрөткән автобустарҙы ун йылдан артыҡ файҙаланыу тыйыла. Яңы йылдан тахограф һәм ГЛОНАСС йәки ГЛОНАС Быға тиклем тыйыуҙарҙы ғәмәлгә индереүҙе бер нисә тапҡыр күсереп килделәр.
Балалар ғүмерен хәүефкә ҡуймау маҡсатында күрелгән сараны аңларға мөмкин, әммә уны үтәүҙә ауырлыҡтар ҙа булыр, күрәһең. Мәҫәлән, өс йәше тулған балаларҙы экскурсияларға, лагерҙарға йәки башҡа сараларға алып барыр өсөн автобус талап ителәсәк. Ә уларҙың 80 проценты ун йылдан ашыу сафта. Тимәк, ошоға тиклем бындай хеҙмәт күрһәткәндәрҙең эшенә ихтыяж кәмейәсәк. Ә мәктәп автобустарына, киреһенсә, сират барлыҡҡа киләсәк, сараларҙы ла алдан планлаштырып ҡуйыу талап ителә.
Икенсе яҡтан ҡарағанда, был икенсе проблеманы тыуҙырасаҡ эшһеҙ ҡалырға теләмәгән йүнсел, законды боҙоп, күләгәгә китеп, йәшерен рәүештә хеҙмәт күрһәтә башлауы ла ихтимал. Ҡануниәтте урап үтергә теләгәндәр вазифалы кешеләргә ришүәт тәҡдим итеү юлына ла баҫасаҡ. Иң ҡурҡынысы шул үрҙә әйтелгән факторҙарға бәйле, балаларҙы ташыу эшенең контролдән сығыуы мөмкин.

Акциз арта
Күңелһеҙ яңылыҡ Яңы йылдан яғыулыҡҡа акциздың күтәрелеүе көтөлә.
Бер литр өсөн 50 тин өҫтәлә. Был иһә дизель яғыулығына һәм бензинға хаҡтарҙың 60 тингә тиклем ҡиммәтләнеүенә килтерәсәк, тип белдерә эксперттар.

Тыныслыҡ хәрәкәте зонаһы
Киләһе йыл тыныслыҡ хәрәкәте зонаһы тигән билдәләмә һәм яңы юл билдәһе барлыҡҡа килергә тейеш.
Был юлдарҙа автомобилдәр сәғәтенә 10 20 километр менән барырға тейеш, башҡаларҙы уҙыу тыйыла. Йәйәүлеләр иһә был зонала юлды үҙҙәре теләгән урында аша сығасаҡ, автомобилдәр уларҙы үткәрергә бурыслы. Әлегә бындай юлдарҙы ҡайһы тирәлә булдырырға йыйынғандары аңлашылмай.

Транспортҡа электрон паспорт
Яңы йылда транспорт сараларына электрон формалағы паспорт бирә башлаясаҡтар. Улар тормошобоҙға 1 июлдән килеп инергә тейеш.
Евразия иҡтисад комиссияһы коллегияһы ҡарары менән Европа дәүләттәрендә былтырҙан электрон паспорт бирә башлағандар. Электрон техник паспортҡа күскәс, автомобиль хужаһы тураһында бөтә мәғлүмәт һанлы форматта ЮХХДИ-ла һаҡланасаҡ. Был ҡулдан автомобиль һатып алғанда еңеллек килтерәсәк, сөнки транспорт тураһында тулы белешмә алыу мөмкинлеген тыуҙыра. Шулай уҡ ремонт, техник күҙәтеүҙе ҡасан үтеүе хаҡында ла тулы мәғлүмәт индереү күҙаллана.

Ҡасып ҡотолам тип уйлама
Рәсәй Хөкүмәте сит кешеләрҙән алынған яҙма буйынса автомобиль хужаларына штраф һалыу тураһындағы закон проектын хупланы. Яҙма булғанда, протокол төҙөү талап ителмәйәсәк.
Бының өсөн Халыҡ инспекторы исеме менән мобиль ҡушымта сығарыласаҡ. Ул Мәскәү һәм Татарстанда һыналған, хәҙер иһә илдең башҡа төбәктәрендә лә таратыла башлаясаҡ.
Өҫтөнлөгө нимәлә? Юл патруле хеҙмәте инспекторҙары протокол төҙөмәйенсә водителдәрҙе административ яуаплылыҡҡа тарттыра аласаҡ. Иң мөһиме юл хәрәкәте ҡағиҙәһен боҙоу осрағы видеокамераға төшөрөлөп, йөкмәткеһенә тура килергә тейеш. Шулай итеп, икенсе йылдан юл ҡағиҙәләрен боҙорға яратҡандарға көн бөтә.

Страховка күпме торор?
Транспорт сараһын страховкалау буйынса законды камиллаштырыу өҫтөндә эш дауам итә. Шуға ла йыл һайын был өлкәлә үҙгәрештәр индерелеүгә күнегеп бөткәнбеҙ.
Киләһе йылдан ОСАГО-ның яңы формаһын индерергә йыйыналар. Полистың уң яғынан өҫтә QR-код ҡуйыла. Онлайн тәртибендә Рәсәй Автостраховкалаусылар союзы сайтында кодты файҙаланып, страховка килешеүен төҙөгән компанияның исеме, полистың серияһы һәм һаны, тултырыу ваҡыты һәм ғәмәлдә булыуы, машина хужаһының исем-шәрифе, транспорттың маркаһы, моделе, дәүләт теркәү һаны, ВИН-код, кемдәргә йөрөү рөхсәт ителеүе тураһында тулы мәғлүмәт алырға мөмкин буласаҡ. Был үҙгәреш ялған полистарға ҡаршы көрәш сараһы.

Һыуыныу ваҡыты оҙайтылды
Бығаса ваҡытынан алда страховканан баш тартҡандарға, әгәр ҙә был килешеүҙә күрһәтелмәһә, страховка премияһы ҡайтарылмай ине.
Компанияларҙы үҙ иркенә ҡуйыу сәбәпле, күптәр ошо шарттарҙа эшләүҙе хуп күрҙе. Аҡсаны кире ҡайтарыу шарттары менән хеҙмәтләндергәндәргә клиенттарға аҡсаны ҡайтарыуға биш эш көнө бирелә ине. Хәҙер иһә компаниялар ирекле страховкалауҙың айырым ҡағиҙәләре буйынса һыуыныу ваҡытын индерергә бурыслы уның ваҡыты биш көндән ун көнгә тиклем оҙайтылды.

Тарифтар үҙгәрә
Үҙәк банкка ебәрелгән страховкалаусыларҙы либералләштереү проекты һиҙелерлек үҙгәрештәр алып килмәксе.
Шуларҙың иң мөһиме 2018 йылдың 1 июленән ойошмалар полис хаҡын билдәләгән биш коэффициентты үҙҙәре асыҡлаясаҡ. Анығыраҡ әйткәндә, документ ОСАГО буйынса тарифтарҙы ирекле билдәләүгә күсеү тәҡдиме тип атала. Рәсәй Автостраховкалаусылар союзы уны ҡабул иткән, һуңғы нөктәне Үҙәк банк ҡуйырға тейеш. Автостраховкалаусылар союзы тәҡдиме буйынса, Үҙәк банк шәхси еңел автомобилдәр өсөн тариф базаһының максималь күләмен көйләйәсәк. Полистың аҙаҡҡы хаҡын формалаштырған коэффициенттар дәүмәлен страховкалаусылар үҙҙәре билдәләйәсәк.
Либералләштереүҙең ике юлы тәҡдим ителә:
страховкалаусы фирмалар үҙҙәре территориаль коэффициентты билдәләй;
водителдең йәше, стажы, автомобилдең ҡеүәте, рулгә ултырған кешеләр һанын сикләү дәүмәле, тағылма файҙаланыу иҫәпкә алына.
Икенсе осраҡ буйынса фирмаларға биш коэффициент урынына дүртәүҙе рөхсәт итергә тәҡдим яһала. Проект буйынса Үҙәк банк ОСАГО полистары хаҡын көйләүҙән баш тартырға тейеш, йәғни страховкалаусылар хаҡтарҙы үҙҙәре контролдә тоторға йыйына.

ГЛОНАСС: кемгәлер яҡшы, кемгәлер юҡ
Яңы йылдан ЭРА-ГЛОНАСС системаһы юл фажиғәләре тураһындағы мәғлүмәтте автоматлаштырылған ОСАГО системаһына тапшыра башлаясаҡ.
Мәскәү, Санкт-Петербург ҡалалары һәм Мәскәү, Ленинград өлкәһендә юл-транспорт хәл-ваҡиғаһын европротоколда теркәү буйынса тәжрибә үткәреү бара. Уға ярашлы, страховканы 400 мең һумға тиклем ҡайтарыу рөхсәт ителә. Әлегә был система ныҡлап көйләнмәгән, кем эште ойошторасағы ла билдәһеҙ.

Такси ҙа ситтә ҡалмай
Такси хеҙмәтендә лә мөһим үҙгәрештәр көтөлә.
Дәүләт Думаһында такси саҡыртыу менән шөғөлләнгән диспетчер хеҙмәттәре, агрегаторҙар һәм онлайн-сервис эшен көйләйәсәк закон проекты тикшерелә.
Шулай уҡ такси водителдәрен мотлаҡ страховкалаған ОСГОП-ҡа хәҙер автобустар ҙа эләгәсәк. ОСГОП буйынса закон 2013 йылда ҡабул ителгәйне. Ундағы ҡағиҙәләргә ярашлы, пассажирҙар ташыу менән шөғөлләнгәндәр клиенттары алдында яуаплылыҡты ла страховкаларға бурыслы. Ундағы шарттар буйынса түләүҙәр лимиты ике миллион һумға тиң, ә ОСАГО-ла 500 мең һум менән сикләнә. Яңы ҡануниәт буйынса ОСГОП пассажирҙар йөгөнә килтерелгән зыянды ҡаплаясаҡ, чек булғанда 23, чек булмағанда 11 мең һумға тиклем.

Интеграторҙар һәм диспетчерҙар
Закон проектында интернетта такси хеҙмәте тураһында мәғлүмәт баҫтырған агрегаторҙар хеҙмәте тураһында ла һүҙ бар.
Әлеге ваҡытта уларҙың хеҙмәтенән файҙаланып зыян күргән өсөн таксист та, агрегатор ҙа яуаплылыҡ тотмай. Ошо эште хоҡуҡи яҡтан көйләү сараһы булмауы ҙур ҡыйынлыҡтар тыуҙыра. Пассажир, интернет йәки ҡушымта аша автомобилде саҡырғанда, таксист ошо компанияла эшләй тип уйлай. Ә ысынында иһә таксопарк машинаны ҡуртымға ала һәм уны водителгә тапшыра. Рейс алдынан страховкаһы ла, водителдең һаулығы ла тикшерелмәй.
Яңы законға ярашлы, таксопарк һәм агрегаторҙарҙың эше етди бер тәртиптә ойошторолорға тейеш. Ҡағиҙәне боҙған осраҡта кемдең нимә өсөн яуап бирәсәге асыҡ билдәләнәсәк.
Әгәр ҙә был закон проекты ҡабул ителһә, ҡағиҙәләр ғинуар аҙағында уҡ ғәмәлгә инәсәк.

Һығымта электрон форматта биреләсәк
Киләһе йылдан водителдәр өсөн рейс алдынан медицина күҙәтеүе үткәреү ҡағиҙәләренә лә үҙгәрештәр индермәкселәр.
Яңы талаптар буйынса водителдәрҙе юлға сығыр алдынан да, рейстан һуң да мотлаҡ тикшерәсәктәр. Шулай уҡ телемедицина технологияларын ҡулланырға йыйыналар, һығымта ла электрон форматта биреләсәк.
Ситтән тороп тикшереүҙе ойоштороу тәртибе камиллаштырылып, Һаулыҡ һаҡлау министрлығына раҫлауға тапшырыласаҡ.
196-сы Федераль закондың 23-сө статьяһына етенсе һәм һигеҙенсе пункттарҙы өҫтәү күҙаллана. Телемедицинаны файҙаланып, тикшереүҙе ойоштороу водителдәрҙең хәлен тиҙ һәм теүәл билдәләүҙе тәьмин итәсәк. Шулай уҡ мотлаҡ медицина тикшереүе эште тейешле кимәлдә ойоштороуға ҡамасаулаған хәүефле производство факторҙар йоғонтоһон, сирҙәрҙе асыҡлау өсөн талап ителә.

Евро-5 заманы килде
Ғинуарҙан ҡеүәтле еңел автомобилдәргә, автобустарға һәм йөк транспортына экологик стандарттар буйынса ҡатыраҡ талаптар ҡуйыласаҡ.
Экологик класҡа талаптар Таможня союзының техник регламентында билдәләнгән. Документ буйынса, Евро-4 талаптары йөк автомобилдәре һәм автобустарға 31декабргә тиклем генә һаҡлана, шуға күрә Яңы йылдан Рәсәйҙә Евро-5-тән түбән экологик класлы коммерция техникаһын сығарыу тыйыла.

Яҡтылыҡты сағылдырған кейем кей!
Хөкүмәт Рәйесе Дмитрий Медведев яҡтыртылмаған юлда машинанан сыҡҡан водителдең яҡтылыҡты сағылдырған элементтары булған бишмәт кейеүен талап иткән указға ҡул ҡуйҙы. Яңы ҡағиҙә марттан ғәмәлгә инә. Был хаҡта гәзиттә хәбәр иткәйнек инде.
Ошоға хас ҡағиҙә 2015 йылда йәйәүлеләр өсөн дә ҡабул ителгәйне. Уға ярашлы, хәҙер йәйәүлеләр ҡараңғы ваҡытта ҡала һәм ауыл ситендәге юлдарҙа яҡтылыҡты сағылдырған кейемдә булырға тейеш.
Юл ситендәге кешене күрмәү сәбәпле, күңелһеҙ хәлдәргә тарығандар күп. Машина юлдан ситтә торған саҡта бер нәмә лә күренмәй. Был осраҡта сағыу жилет ярҙам итәсәк.
.
Штрафты арттырмаҡсылар
Быға тиклем автомобиль тәҙрәһен ҡараңғылатҡан өсөн 500 һум штраф һалалар ине, киләһе йыл уны ун тапҡырға арттырырға тигән закон ҡабул итергә йыйыналар.
Ҡайһы бер водителдәр 500 һум түләп, ҡара тәҙрәле автомобилдә йөрөүҙе хуп күрә. Шуға ла Берҙәм Рәсәй партияһы депутаты Вячеслав Лысаковтың тәҡдиме буйынса, был талаптарҙы яңынан ҡарап, штраф күләмен 5 000 һумға тиклем арттырыуҙары ихтимал.

Техник күҙәтеү барышы видеоға теркәлә
Автомобилдәрҙе техник күҙәтеү үткәреү функцияһын полициянан алып ябай граждандарға тапшырыу файҙаға булманы.
Операторҙар ойоштороу эшен күпкә ябайлаштырып ебәрҙе, хәҙер хатта автомобилде ҡарамайынса ла техник күҙәтеү үтеүе хаҡында талон бирәләр, тик аҡсаһын ғына түлә. Ошо етешһеҙлекте бөтөрөү маҡсатында техник күҙәтеү алып барған компанияларға ревизия үткәрергә йыйыналар.
Иҡтисад үҫеше министрлығы әҙерләгән план буйынса, хәҙер техник күҙәтеү операторҙары машинаны видеоға теркәмәйенсә диагностика картаһын бирергә тейеш түгел. Автомобиль булмаған осраҡта 800 һум штраф һалынасаҡ. Тик был ҙур булмаған сумма операторҙы аҡылға ултыртмаҫ, тигән уй тыуа, сөнки ул ошо юғалтыуҙы автомобиль хужаһынан түләттерә ала. Әгәр ҙә техник күҙәтеү ҡағиҙәһен боҙған өсөн операторҙың лицезияһын тартып алһалар, ул саҡта, бәлки, уйланырҙар.

Ҡеүәтле автомобилгә хаҡ күтәрелерме?
Әлеге ваҡытта ла автомобилдәрҙең хаҡы арзан тип әйтеп булмай. Әммә был йүнәлештә лә хаҡтарҙы камиллаштырыу дауам итә. Ә ниндәй транспорт беҙҙең кеҫәгә нығыраҡ һуғасаҡ?
Акциздар артыуға һәм иҫәп системаһы үҙгәреүгә бәйле, ҡеүәте 200 ат көсөнән күберәк автомобилдәрҙең хаҡы артыуы мөмкин. Әле булған өс категорияға тағы ла 200-300, 400-500 һәм 500-ҙән юғары ат көсө төркөмдәре өҫтәләсәк. Уға ярашлы, иҫәп тә 897, 925, 965 һәм 1084 һумдан сығып ҡарала.
Ошо хаҡ иҫәбенән бюджетты яҡынса 14 миллиард һумға тулыландырырға уйлайҙар. Эксперттар фекеренсә, автомобилдәр хаҡының 10-17 процентҡа артыуы ихтимал.

Берҙәм транспондер ғәмәлгә инә
Түләүле юл майҙанына ингәс, аҡсалата иҫәпләшәбеҙ йә системаның контактһыҙ транспондерҙы (алғы тәҙрәләге электрон ҡорамал) уҡып, аҡса күсереүен һәм шлагбаумды асыуын көтөргә мәжбүрбеҙ.
15 ғинуарҙан берҙәм транспондер ғәмәлгә инә юл өсөн, уны ниндәй оператор сығарыуына ҡарамаҫтан, төрлө ҡорамал менән иҫәпләшергә мөмкин буласаҡ.

Автор: Р. Мусина.
Башҡортостан гәзите сайтынан күсереп баҫылды.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *